Стәрлетамаҡ ҡалаһының 12-се һанлы балалар баҡсаһында, мәктәп сығарылыш балалар өсөн "Һөнәрҙәр илендә" тематик аҙнаһы үтте. Һөнәр һайлау - кеше тормошондағы иң ауыр һәм яуаплы алым. Дөрөҫ һайланған һөнәр тормошта үҙ урынынды табыу тигән һүҙ. Балаларҙы өлкәндәрҙен һөнәре менән таныштырыу, йәмғиәткә яраҡлаштырыу педагогтарҙын төп маҡсаты булып тора. Сөнки балаларға һөнәрҙәр тураһында төшөнсә - өлкәндәр донъяһына үтеп инергә, аңларға һәм ҡабул итеүгә ярҙам итә. Хәбәрсе: Диңгеҙбаева Рәмзиә Урал ҡыҙы.