Космосҡа осҡан кеше Юрий Гагарин беҙҙең алда йылмайып баҫып тора. Ул бөтә донъяға йылмайып ҡарап торған кеүек. Беҙ йәшәгән планетаға, ҡояшҡа, урмандарға, яландарға... “Ер шарын урап сыҡҡас планетабыҙҙың ни тиклем матур, күркәм булыуын күрҙем. Эй, кешеләр! Ошо матурлыҡты һаҡлағыҙ һәм яҡлағыҙ!” тип кешелеккә өндәшкән ул.