«Шаяниум-2024» еңеүсеһе - “Һупайлы дәрүиштәре” командаһы. Мөхәмәт Исҡужин исемендәге Өфө ҡалаһының 136-сы башҡорт лицейы.
Быйыл был бәйгелә 40-тан ашыу команда ҡатнашҡан. Ләкин финалға 5 команда ғына сыҡты.
Уйынсылар өс конкурста көс һынашты - сәләмләү, импровизация, музыкаль номер. Уларға баһа биреү, еңеүселәрҙе һайлау - ауырға тура килде.
Жюри ағзалары - Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, БР Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов, БР Туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары берлеге рәйесе Илдар Бикҡужин, "Йәйғор" лагеры директоры Радмир Буранғолов, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова.
Гран-при - “Һупайлы дәрүиштәре” командаһы. Мөхәмәт Исҡужин исемендәге Өфө ҡалаһының 136-сы башҡорт лицейы.
1-се урын - Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы командаһы ”ХХ централ” һәм Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы командаһы ”Етегән+1”.
2-се урын - Өфө ҡалаһының 21-се лицей командаһы «Берҙәм егерме берҙәр».
3-сө урын - Өфө ҡалаһының 86-сы гимназияһы командаһы "Алға".
ДУҪТАР, "АМАНАТ" ЖУРНАЛЫНЫҢ САЙТЫН БАЙҠАП БАРЫҒЫҘ. БӨТӨН КОМАНДАЛАРҘЫҢ ДА СЫҒЫШТАРЫН КҮРЕРҺЕГЕҘ!