+20 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель , 15:08

"Ай, һылыу!"

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА! https://vk.com/app7198399_-41010454#poll6626382095fffe460e3fc095  Һылыуҡайҙар! "Ай, һылыу!" конкурсына хаттарығыҙҙы (йәғни фото менән мәғлүмәтте) электрон почта аша ла, төркөмөбөҙҙөң диуарына ла ҡуя алаһығыҙ! Йә булмаһа ошо номерға 89273318975 бәйләнгән вотсапҡа Сәлимә апайығыҙға ебәрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ!

"Ай, һылыу!"
"Ай, һылыу!"

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА! https://vk.com/app7198399_-41010454#poll6626382095fffe460e3fc095 
Һылыуҡайҙар! "Ай, һылыу!" конкурсына хаттарығыҙҙы (йәғни фото менән мәғлүмәтте) электрон почта аша ла, төркөмөбөҙҙөң диуарына ла ҡуя алаһығыҙ! Йә булмаһа ошо номерға 89273318975 бәйләнгән вотсапҡа Сәлимә апайығыҙға ебәрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ!

Евгения Кормаченко. Өфө районының Дорогино ауылы.

“Миңә – 12 йәш. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, бейейем, бисерҙан төрлө биҙәүес әйберҙәре эшләргә әүәҫмен. Ҡышҡыһын әхирәттәрем менән көндә катокка йөрөйөм. Киләсәктә рәссам булырға теләйем”.

 

Нүрсилә Зәкирова. Белорет районы, Асы ауылынан.

“Миңә – 9 йәш. 3-сө синыфта уҡыйым. Сәнғәт мәктәбенең бейеү, вокал түңәрәгендә шөғөлләнәм. “Һылыуҡай” һәм “Һаумы, һаумы әкиәт” район кимәлендә үткән конкурста ҡатнашып  2-се урынды алдым. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә,төрлө шиғырҙар ятларға, тәмлекәстәр бешерергә яратам. Киләсәктә һаулыҡ һағында тороусы белгес булырга хыялланам, шуға күрә медицина өлкәһендә уҡырға теләгем бар”.

Әҙилә Лоҡманова. Ғафури районыны, Сәйетбаба ауылынан.

 “Ҡыҙыбыҙ  4,5 йәш булыуға ҡарамаҫтан бик һәләтле бала. Эшләгән эштәрен ҡыланған ҡылыҡтарын һанап китһәң, бик күп ул.

Әсәһенә бергәләшеп һауыт-һабаһын да йыуыша, бәләкәй һеңлеһе Линараны "бәпес тә бәпес", тип әүрәтергә лә өлгөрә. Ныҡ ярата ул туғанын! Ә инде ҡылыҡтарына килһәң, матур итеп бейеһенме, йә кемдеңдер өҫ һәм аяҡ кейемен кейеп күрһәтһенме, "өй яһап, бәпес ҡарап" уйнаһынмы, һәр ҡыланышы үҙенә килешеп тора! Матур итеп һүрәт төшөрә, шартына килтереп буяп та ҡуя. Саф һауала уйнарға ла ярата Әҙилә. Шаян, ҡылансыҡ ҡыҙыбыҙҙы ныҡ яратабыҙ! Һаулыҡта, бәхеттә үҫергә яҙһын!”

 

Камилла Вәлитова. Ҡырмыҫҡалы районы, Ҡакбаҡ ауылынан.

“ Буш ваҡытымда әсәйемә өй эштәрен эшләшәм, тәмлекәстәр бешерешәм.

Әҙәби китаптар уҡырға,спорт менән шөғөлләнергә яратам. Киләсәктә тәржемәсе булырға, сит илдәрҙә башҡорт халҡының мәҙәниәте тураһында һөйләргә хыялланам”.

Риана Таминдарова. Ауырғазы районының Талбазы ауылынан.
“Миңә – 11 йәш. Талбазы башҡорт гимназияһында белем алам. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, бейергә яратам. Акробатика менән шөғөлләнәм. Хәҙер төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайым”.

"Ай, һылыу!"
"Ай, һылыу!"
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: