+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
30 Апрель 2024, 04:30

Өфөлә Башҡортостан телевидениеһының 65 йыллығы уңайынан аллея барлыҡҡа килде

Аллея Ғафури урамында Телеүҙәк янында урынлашҡан.

Өфөлә Башҡортостан телевидениеһының 65 йыллығы уңайынан аллея барлыҡҡа килдеӨфөлә Башҡортостан телевидениеһының 65 йыллығы уңайынан аллея барлыҡҡа килде
Өфөлә Башҡортостан телевидениеһының 65 йыллығы уңайынан аллея барлыҡҡа килде

Өфөлә Башҡортостандың телевизион тапшырыуҙарының 65 йыллығына арналған тематик аллея ултыртылды. Республикабыҙҙың баш ҡалаһына арналған сара «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы барышында уҙҙы.

Аллея Ғафури урамында Телеүҙәк янында урынлашҡан. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уны «Гринспайер» һәм «Ватерери» сортлы 50-нән ашыу ҙур ағас, шулай уҡ иҫтәлекле таҡта ҡуйылған декоратив таш биҙәй.

Ағас ултыртыуҙа Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев, «Ватан көсө» форумы резиденттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостан телевидениеһы ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда «Йәшел Башҡортостан» акцияһы 70 мең кешене берләштерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-27/v-ufe-poyavilas-alleya-65-letiya-bashkirskogo-tv-3746270

Иван Вавилов

Өфөлә Башҡортостан телевидениеһының 65 йыллығы уңайынан аллея барлыҡҡа килде
Өфөлә Башҡортостан телевидениеһының 65 йыллығы уңайынан аллея барлыҡҡа килде
Өфөлә Башҡортостан телевидениеһының 65 йыллығы уңайынан аллея барлыҡҡа килде
Автор:"Башинформ"
Читайте нас