+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Май , 11:35

Бөтә донъяла 408 399 кеше башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы

Өфөлә башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа яҡынса йомғаҡ яһалды. Акция унынсы тапҡыр ойошторолдо. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың сарала ҡатнашыуы сараға айырым статус бирҙе.  

Бөтә донъяла 408 399 кеше башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы
Бөтә донъяла 408 399 кеше башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы

Өфөлә башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа яҡынса йомғаҡ яһалды. Акция унынсы тапҡыр ойошторолдо. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың сарала ҡатнашыуы сараға айырым статус бирҙе.

Быйыл барлығы 3018 оффлайн-майҙансыҡ ойошторолдо. Шуларҙың 1145-е – башҡорт телендә иркен аралашыусылар, 1478-е - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр һәм 395-е - төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Барлығы 408 399 кеше диктант яҙҙы. Уларҙың 152 820-һе башланғыс кимәлдәгеләр, 171 429 кеше башҡорт телен яҡшы белеүселәр өсөн, 84 150 кеше төньяҡ-көнбайыш диалектындағы тексты яҙҙы.

Диктантты Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалаларында, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Курган, Свердловск, Мурманск өлкәләрендә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Пермь, Алтай, Приморье крайында, Яҡут, Татарстан республикаларында йәшәүселәр яҙҙы. Үзбәкстандан, Тажикстандан, Испаниянан, Швейцариянан, Германиянан, Бөйөк Британиянан, Италиянан, Франциянан, Белорустан, Ҡаҙағстандан, Төркиәнән, Польшанан, Ирандан, Аргентинанан, Индонезиянан, Көньяҡ Кореянан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡатнашыусылар булды.

Республика башлығы Радий Хәбиров, республика башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин “Патриот” хәрби-патриотик паркында башланғыс хәрби әҙерлек буйынса хәрби йыйында ҡатнашҡан уҡыусылар менән диктант яҙҙы. Бында шулай уҡ акцияға нигеҙ һалыусыларҙы тәбрикләү үтте - улар республика башлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

- Диктантта ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта, уны илдең төрлө төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә яҙалар. Акцияға быйыл 10 йыл тулды, ә халыҡ-ара статусҡа - 5 йыл. Географияһы киңәйә, аудиторияһы арта. Быларҙың барыһына ла республика башлығының башҡорт телен популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә шәхси иғтибары ярҙамында өлгәшелде. Күреүегеҙсә, Радий Фәрит улы акцияла йыл һайын ҡатнаша, - тине Азат Бадранов.

Акция барышында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән мәктәптәр өсөн махсус әҙерләнгән “Һомай” колонкаһының исем туйы уҙҙы. Был - башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса әһәмиәтле һәм уңышлы проекттарҙың береһе. Проект Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Тантаналы саранан һуң абруйлы ҡунаҡтарға һәм республиканың төрлө мөйөштәренән мәктәп директорҙарына колонка бүләк итеп тапшырылды.

Ғәҙәттәгесә, диктантта онлайн режимда ҡатнашыусылар өсөн тура эфир Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм социаль селтәрҙәр аша ойошторолдо. Быйыл дикторҙар - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбиров, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, педагогия фәндәре докторы, профессор, Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов.

Тура эфирҙан видеояҙма 27 апрелдән 29-на тиклем һаҡланылды. Теләге булғандар диктантты ҡабаттан ҡарай һәм үҙаллы яҙа алды.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Гөлназ Йосопова ҡатнашыусыларға башҡорт телен үҫтереүгә өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Был акция бер юлы бер нисә маҡсатҡа өлгәшеүе менән үҙенсәлекле. Диктантта ҡатнашыусы үҙенең белем кимәлен билдәләй ала. Акция ярҙамында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибары йәлеп ителә. Акция башҡорт телен тел һәм яҙма коммуникацияның заманса ысулы булараҡ популярлаштыра һәм уны өйрәнергә дәртләндерә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһы - ул белемде тикшереү түгел, ә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов.

- Ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл артыуын иҫәпкә алып, акция төп маҡсатын уңышлы үтәне һәм халыҡ сараһына әүерелде, тип иҫәпләйем, - тине ул.

Диктанттың һәр ҡатнашыусыһына электрон сертификаттар йүнәлтеләсәк. Улар ай дауамында электрон почтаға йәки телеграмма-бот аша киләсәк.

Автор:
Читайте нас: