+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Май , 13:41

Һабанай һылыуы

“Аманат” журналының “Һабанай һылыуы”на тауыш биреү тамамланды. Шулай итеп, еңеүсебеҙҙең исемен иғлан итәбеҙ.

Һабанай һылыуы
Һабанай һылыуы

Әҙилә Лоҡманова. Ғафури районыны, Сәйетбаба ауылынан.

 “Ҡыҙыбыҙ  4,5 йәш булыуға ҡарамаҫтан бик һәләтле бала. Эшләгән эштәрен ҡыланған ҡылыҡтарын һанап китһәң, бик күп ул.

Әсәһенә бергәләшеп һауыт-һабаһын да йыуыша, бәләкәй һеңлеһе Линараны "бәпес тә бәпес", тип әүрәтергә лә өлгөрә. Ныҡ ярата ул туғанын! Ә инде ҡылыҡтарына килһәң, матур итеп бейеһенме, йә кемдеңдер өҫ һәм аяҡ кейемен кейеп күрһәтһенме, "өй яһап, бәпес ҡарап" уйнаһынмы, һәр ҡыланышы үҙенә килешеп тора! Матур итеп һүрәт төшөрә, шартына килтереп буяп та ҡуя. Саф һауала уйнарға ла ярата Әҙилә. Шаян, ҡылансыҡ ҡыҙыбыҙҙы ныҡ яратабыҙ! Һаулыҡта, бәхеттә үҫергә яҙһын!”

Автор:
Читайте нас: