«Патриот» паркында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыр алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров акцияға нигеҙ һалыусыларға һәм уны ойоштороусыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр ҙә, үҙ сиратында, яуапһыҙ ҡалманы.
«Башҡорт телен үҫтереүгә, уны донъяға таратыуға һәм ошо белем биреү акцияһын халыҡ-ара кимәлгә сығарыуға ҙур өлөш индергән Радий Фәрит улы бүләкһеҙ ҡалды бит әле. Шуға беҙ ҙә уға бүләк әҙерләнек. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Башҡорт теле тураһында даими хәстәрлек күргәнегеҙ, уны үҫтереүгә ҙур хеҙмәт һалғанығыҙ өсөн».
Ошо һүҙҙәр менән «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, башҡорт теленән диктант уҙғарыу идеяһы авторы республика Башлығына башҡорт телен һөйөүселәр исеменән рәхмәт хаты тапшырҙы.
Фото: Олег Яровиков