+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май , 10:04

Ҡартатайымды яратам

Бына ошондай көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы, эшһөйәр кешеләрҙән үрнәк алырға, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.

Ҡартатайымды яратам
Ҡартатайымды яратам

Минең улыма Ильясҡа өс йәш. Ул бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, Баймаҡ ҡалаһы "Йондоҙло" балалар баҡсаһына ихласлап йөрөй. Бөгөн Бөйөк Еңеү байрамында ҡартатаһы Мәхийәнов Хәлфитдин Зәйнитдин улын байрам менән ҡотлап, иҫтәлеккә кәртишкәгә лә төштөләр. Ильяс ҡартатаһын бик ныҡ ярата. Ҡайным ветеран атаһының күргән-кисергәндәрен бер епкә теҙеп, беҙгә һөйләне. Ул саҡтағы ауырлыҡтар, ҡайғылар онотоламы ни? Яуҙа ирҙәрен, атайҙарын, ағайҙарын юғалтыу юшҡыны бер ҡасан да күңелдән юйылмаясаҡ. Ҡәйнәм менән ҡайным балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирам-хөрмәтенә төрөнөп, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап, хыялдар менән бәхетле йәшәй. Бына ошондай көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы, эшһөйәр кешеләрҙән үрнәк алырға, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Уларға тағы бик күп Еңеү таңдарын күрергә яҙһын.
Күк йөҙө аяҙ булһын!

Баймаҡ ҡалаһы, "Йондоҙло" балалар баҡсаһы, Мәхийәнова Нурзиә Миңлеғәле ҡыҙы, тәрбиәсе.

Ҡартатайымды яратам
Ҡартатайымды яратам
Ҡартатайымды яратам
Ҡартатайымды яратам
Ҡартатайымды яратам
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: