Баймаҡ ҡалаһы, "Йондоҙло" балалар баҡсаһы, уртансы "Гномиктар"төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән илебеҙҙәге иң мөһим, иң әһәмиәтле байрамдарҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы менән тәбрикләп, "На привале" тип аталған флешмоб әҙерләнек. Балаларға видеояҙмаға төшөү бик ныҡ оҡшаны. Тәрбиәләнеүселәрем әйтмешләй:"Нурзия Миңлеғәле ҡыҙы, ҙур рәхмәт һеҙгә! Беҙ үҙебеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан батыр һалдаттар кеүек хис иттек, ул саҡтағы ауырлыҡтар күҙ алдыбыҙҙа сағылдылар", тинеләр. Эйе, патриотик тәрбиә биреү төшенсәһе киң мәғәнәне аңлата, йәғни ул бала күңелендә тыуған илдең тәбиғәтенә, тыуған йортона, халҡының тарихына, уның мәҙәниәтенә мөхәббәт уятыуҙан ғибәрәт.
Тыныс тормош өсөн яу яландарында баштарын һалған яугирҙар, тыл ветерандары, бөгөнгө көндә илебеҙ һағында торған һалдаттарыбыҙ алдында беҙ баш эйәбеҙ, уларға мәңгелек рәхмәтлебеҙ!
Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын!
Баймаҡ ҡалаһы, "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Мәхийәнова Нурзиә Миңлеғәле ҡыҙы.