+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май , 11:57

Мәңгелек сер

Әле 13-15 йәшлек ҡыҙҙарҙың:  “Ни эшләргә миңә?” – тигән һорау менән редакцияға мөрәжәғәт итеүҙәре һис ғәжәпләндермәй, был ғәҙәти хәл.

Мәңгелек сер
Мәңгелек сер

Ғашиҡ булалар ҙа ҡайғыға ҡалалар ҡыҙҙар, тиҙерәк шул күҙе төшкән егетте үҙенә ҡаратып, осрашып йөрөйһө килә башлай. Һис оялмай уға: “Һин миңә оҡшайһың, яратам!” – тип смс-тар яҙа. Дуҫтары аша үҙенең ҡайнар тойғоларын юллай: “Ул мине оҙата килһен, мин унһыҙ йәшәй алмайым, ашағым да, уҡығым да, хатта йәшәгем дә килмәй!” ти. Ысынлап та, уҡыу тураһында уйламай был ҡыҙ, көҙгө алдынан китмәй, төндәрен илап мендәр сылата. Юҡ шул, ә уға был һылыуҡай аҙ ғына ла оҡшамай, уның күҙҙәре лә, күңеле лә башҡала! Көсләп яраттырып булмай шул. Бәхетле итер мөхәббәт яҙ кеүек үҙе килә. “Мине ярат!” – тип егет артынан йөрөгән ҡыҙға минең әйтер һүҙем бар: матурҡай, аҡылыңа кил, хистәреңде ваҡлама, саф күңелеңде таплама. Был әле яратыу, мөхәббәт түгел, бары тик мауығыу ғына. Күп тә үтмәй, ялҡындарың һүрелеп ҡалыр, был бит һинең үҫә генә башлауың. Япраҡ ярыр, сәскә атыр, орлоҡ бирер көндәрең алда әле. Көт, бәхетең киләсәк! Эйе, киләсәк, бәлки, һине тап шул егет тә һөйөр. Шуның өсөн тыйнаҡ бул, уҡыуыңды яҡшырт, яҡты киләсәккә ынтыл.

Йыш ҡына журналыбыҙға шундай хаттар килә. Хатта бөгөн 15 йәшлек ҡыҙ, “Егетем икенсе ҡыҙҙы яратты. Күпме генә артынан йөрөһәм дә кире булғыһы килмәй. Ә мин уны үлеп яратам, унһыҙ йәшәй алмайым... Уны үҙемдеке генә итергә, әллә күрәҙәселәрҙән ярҙам һорарғамы?” тип кәңәш һорап яҙған.

Юҡ, улар ярҙам итмәйәсәк! Бары алдап аҡса ғына йыялар, кеше аҡылын томалап көн күрәләр.

Күрәҙәселәргә ышанған йәштәргә шуны әйтер инем: сихырға ышанып, берүк, йәнегеҙгә сир ала күрмәгеҙ. Мөхәббәт сихырҙан, ялбырыуҙан, көнләшеүҙән көслөрәк.

Бөгөнгө йәштәрҙә мине борсоғаны, сабыр итә белмәйҙәр. “Сабырлыҡтың төбө – һары алтын”,  “Сабыр иткән – мораҙына еткән” тигән мәҡәлдәр юҡтан ғына яралмаған бит инде. Ә улар “Миңә ни эшләргә? – тип саң һуғырға ғына торалар. Әлбиттә кәңәш һорауҙары һәйбәт, тик әйткәнде иғтибар менән тыңлайҙармы икән һуң?  Беренсе тапҡыр ғашиҡ булып, был изге хисте ғүмерлек мөхәббәт итеп ҡабул итеүселәргә, ваҡытлыса ғына янаһың, ғазаптарың үтеп китәсәк, башыңды ташҡа бәрергә ашыҡма, тиәһем килә.

Мәңгелек сер
Мәңгелек сер
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: