+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май , 08:20

Ғаиләм - ҡәлғәм минең!

"Ғаиләм ныҡлы булғанда ғына, минең ҡүңелем тыныс була," тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Муйыл ағасы ап-аҡ сәскәгә төрөнгән мәлдә, май айында беҙҙең ил матур байрам - Ғаилә көнөн билдәләй. Был байрам бушҡа ғына үткәрелмәй. Ғаилә ул - беҙҙең ышаныслы киләсәк, бәхет сығанағы, яҡтылык һәм өмөт, мөхәббәт бөркөп торған усаҡ. Шул усакты һүндермәй - һүрелдермай яндырып тороу - беҙҙең бурысыбыҙ. Баймаҡ ҡалаһында алға сығарып һөйләрлек ғаиләләр бихисап.

Ғаиләм - ҡәлғәм минең!
Ғаиләм - ҡәлғәм минең!

"Ғаиләм ныҡлы булғанда ғына, минең ҡүңелем тыныс була," тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр.
Муйыл ағасы ап-аҡ сәскәгә төрөнгән мәлдә, май айында беҙҙең ил матур байрам - Ғаилә көнөн билдәләй. Был байрам бушҡа ғына үткәрелмәй. Ғаилә ул - беҙҙең ышаныслы киләсәк, бәхет сығанағы, яҡтылык һәм өмөт, мөхәббәт бөркөп торған усаҡ. Шул усакты һүндермәй - һүрелдермай яндырып тороу - беҙҙең бурысыбыҙ.
Баймаҡ ҡалаһында алға сығарып һөйләрлек ғаиләләр бихисап. Әммә бер нисә ғаиләне билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Улар - өлғө алырлыҡ, бар яҡтан да килгән, уңған, тырыш, алға ынтылып йәшәүсе Биҡмырҙиндар, Исҡаҡовтар, Рахматуллиндар, Мөхәмәтовтар, Йосоповтар, Мәхмүтовтар, Сәфәрғәлиндар, Йоносовтар, Ҡотлобаевтар, Ходаковтар ғаиләһе. Бер - береһенә ихтирамлы, яғымлы, ипле атай - әсәйҙәр үҙҙәренең балаларына яҡшы тәрбиә биреп, тәртипле, ғәҙел, эшлекле булырға өлгө булып та торалар.
Булдыҡлы атайҙар һәм әсәйҙәр балалар баҡсаһында тәрбиәселәрҙең, мәктәптә уҡытыусыларҙың беренсе ярҙамсылары, кәңәшселәре лә улар. Төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа, сараларҙа актив ҡатнашып, лайыҡлы урындар алалар.
Мәҡәләмде тамамлап, шуны теләр инем: Мөхәббәтле, күсле булһын,
Ныҡлы булһын ғаилә усағы!

Резеда Мөхәмәтшина, тәрбиәсе
"Йондоҙло" балалар баҡсаһы, Баймаҡ ҡалаһы.

Ғаиләм - ҡәлғәм минең!
Ғаиләм - ҡәлғәм минең!
Ғаиләм - ҡәлғәм минең!
Ғаиләм - ҡәлғәм минең!
Ғаиләм - ҡәлғәм минең!
Ғаиләм - ҡәлғәм минең!
Ғаиләм - ҡәлғәм минең!
Ғаиләм - ҡәлғәм минең!
Ғаиләм - ҡәлғәм минең!
Ғаиләм - ҡәлғәм минең!
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: