+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май , 08:38

Башҡортостан Башлығы 2024 йылда һабантуйҙар үткәреү графигын раҫланы

Беренсе һабантуй Әбйәлил районында 25 майҙа була, башҡа район-ҡалаларҙа һабантуйҙар июндә уҙғарыла.

Башҡортостан Башлығы 2024 йылда һабантуйҙар үткәреү графигын раҫланы
Башҡортостан Башлығы 2024 йылда һабантуйҙар үткәреү графигын раҫланы

Башҡортостан Башлығы 2024 йылда республиканың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында «Һабантуй» халыҡ байрамын ойоштороуҙың яҡынса графигын раҫланы. 2024 йылдың 14 май ҡул ҡуйылған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, беренсе һабантуй Әбйәлил районында 25 майҙа була, башҡа район-ҡалаларҙа һабантуйҙар июндә уҙғарыла.

Башҡортостан хөкүмәтенә район һәм ҡала хакимиәттәре менән берлектә халыҡ байрамын үткәреүҙе ойоштороуҙы тәьмин итергә, республика Башлығы хакимиәтенә иһә байрам сараларында ҡатнашыу өсөн республика дәүләт органдарының вазифалы кешеләре исемлеген раҫларға ҡушылды.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам үткәрелгән урындарҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойоштороу, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына йәмәғәт тәртибен һаҡлау, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын күреү бурысы йөкмәтелде.

Указдың тексына һабантуйҙар үткәреү графигы беркетелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-14/glava-bashkirii-utverdil-grafik-provedeniya-sabantuev-v-2024-godu-3765349

Автор:Ләйлә Аралбаева

Фото:Олег Яровиков

Башҡортостан Башлығы 2024 йылда һабантуйҙар үткәреү графигын раҫланы
Башҡортостан Башлығы 2024 йылда һабантуйҙар үткәреү графигын раҫланы
Башҡортостан Башлығы 2024 йылда һабантуйҙар үткәреү графигын раҫланы
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: