+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май , 10:56

Башҡортостанда махсус хәрби операциялағы ҡаһарманлыҡты художестволы яҡтыртыу өсөн конкурс үткәрелә

Башҡортостан Башлығы «Хәрби-патриотик тематикаға арналған художестволы әҫәрҙәрҙе конкурс нигеҙендә һайлап алыу тураһында» указ сығарҙы. Документта былай тиелә: «2024 йылда һәм артабан йыл һайын хәрби-патриотик тематикаға бағышланған, шул иҫәптән махсус хәрби операциялағы ваҡиғаларҙы һәм геройҙарҙың батырлығын яҡтыртыуға йүнәлтелгән художестволы әҫәрҙәр конкурс буйынса һайлап алына».

Башҡортостанда махсус хәрби операциялағы ҡаһарманлыҡты художестволы яҡтыртыу өсөн конкурс үткәрелә
Башҡортостанда махсус хәрби операциялағы ҡаһарманлыҡты художестволы яҡтыртыу өсөн конкурс үткәрелә

Программаның финанслау күләме — йылына 10 миллион һум, аҡса мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә түләү өсөн тәғәйенләнгән. 

Хөкүмәткә сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә һәм 30 көн эсендә конкурс тураһында положениены раҫларға ҡушылды.

Бынан алда рәссам Александр Скорняков Радий Хәбировҡа «Доға ҡыл, туған, мин һаҡлармын» картинаһын бүләк иткәйне. Башҡортостан Башлығы уны музейға тапшырырға булды.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-05-14/v-bashkirii-provedut-konkurs-na-hudozhestvennoe-osveschenie-podvigov-svo-3765868

Автор:Элина Әхмәтова
Башҡортостанда махсус хәрби операциялағы ҡаһарманлыҡты художестволы яҡтыртыу өсөн конкурс үткәрелә
Башҡортостанда махсус хәрби операциялағы ҡаһарманлыҡты художестволы яҡтыртыу өсөн конкурс үткәрелә
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: