+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май , 09:00

Мортаза Рәхимов исемендәге гимназияла “Аманат”лы осрашыу

Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыусыларҙың яратып көтөп алған "Аманат" республика балалар-үҫмерҙәр журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов ҡунаҡҡа килде. Был осрашыуҙа 7-8–се класс уҡыусылары ҡатнашты.

Мәртәбәле ҡунаҡ “Аманат” журналы һәм ундағы төрлө конкурстар һәм рубрикалар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Барыһы ла “Аманат” журналын уҡыйыҡ, алдырайыҡ һәм төрлө конкурстарҙа ҡатнашайыҡ тигән маҡсат менән таралыштылар.

Киләсәктә лә бергә булайыҡ!

Мортаза Рәхимов исемендәге гимназияла “Аманат”лы осрашыу
Мортаза Рәхимов исемендәге гимназияла “Аманат”лы осрашыу
Автор:"Аманат" журналы
Читайте нас: