Республика политехник лицей-интернатының ижад һөйөүсе уҡыусылары менән осрашыу. "Аманат" журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов баҫманың тарихы һәм бөгөнгөһө хаҡында һөйләне. Уҡыусылар үҙҙәренең ижад емештәрен журналға еберергә вәғәҙәләр бирҙе.
Был уҡыу йортонда ижади түңәрәк эшләп килә. Уны Гөлназ Ишдәүләтова етәкләй. Белем биреүҙең төп йүнәлеше — политехника булһа ла уҡыусылар бөтә яҡлап өлгөрҙәр: шиғырҙар, әкиәттәр яҙалар. Афарин! Уңыштар һеҙгә!
Республика политехник лицей-интернаты (РПЛИ) 1997 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов башланғысы менән Күмертауҙағы 33-сө ҡала профессиональ техник училищеһы базаһында ойошторолған уҡыу йорто. Ул тиҙ арала үҙгәртеп ҡоролдо. Лицей-интернат эшмәкәрлегенең төп маҡсаты — республиканың көньяҡ райондарының һәләтле егеттәрен юғары уҡыу йортона йүнәлешле әҙерләү. Һуңғы йылдарҙа бында ҡыҙҙар ҙа уҡый. Белем биреүҙең төп йүнәлеше — политехника. Лицейҙы тамамлаусылар артабан Республиканың һәм Рәсәйҙең техник юғары уҡыу йорттарында махсус һөнәргә эйә булған белгестәр булып сыға.
Оло рәхмәтебеҙҙе лицейҙың тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Эльвира Рәмил ҡыҙы Зөбәироваға еткерәбеҙ.