Һәр беребеҙҙең тормошонда ғаилә төп роль уйнай. Тап ғаиләлә кешенең характеры, донъяға ҡарашы формалаша, рухи - әхлаҡи ҡиммәттәр һәм мәҙәни мираҫ һаҡлана һәм арта. Ғаилә кешенең тормошон эмоциональ яҡтан бай, мөхәббәт, хәстәрлек, иғтибар һәм тоғролоҡ менән тулы итә.
Һуңғы йылдарҙа алдынғы ҡарашлы сағыу шәхестәр генә түгел, ә бөтә яҡтан да уңған, шәп, заман менән бергә атлап, шул уҡ ваҡытта тамырҙарын да онотмаған ғаиләләр арта бара. Шундай ғаиләләрҙең береһе – Вәлишиндар, Литвиновтар, Лукьяновтар, Парфеновтар, Петровалар, Хәсәновтар, Хачиндар, Йәнтүриндар. Был ғаиләләр матур парҙар булып, гөрләтеп донъя көтөүҙән тыш, тырышып эшләргә лә, "Йондоҙло" балалар баҡсаһында ғына түгел, район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, төрлө мәҙәни сараларҙа, спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнашып торалар. Беҙ, тәрбиәселәр ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Кеше ниндәй генә уңыштарға өлгәшмәһен, барыһы ла ғаиләнән килә. Ни өсөн тигәндә, бер-береңә терәк булһаң ғына дәрт арта, көс табыла, илһам өҫтәлә. Ғаилә бәхетле булһа, шул осраҡта ғына йәмғиәтебеҙ, республикабыҙ, илебеҙ ныҡлы була.
Минеңсә, «Ғаилә – гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшаш, гөлдө гел генә ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә…» Шуның өсөн ғаиләне һаҡларға, ҡурсаларға кәрәк.
Ғаилә ул – мөхәббәт,
Ғаилә ул – шатлыҡ,
Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,
Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,
Ғаилә – ул балалар!
Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!
Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә – ул беҙҙең өй, ата-әсә, ҡартатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәйек!
Нурзиә МӘХИЙӘНОВА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы, "Йондоҙло" балалар баҡсаһы.