+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май , 15:40

Өфөлә 4300 уҡыусы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай

Тантаналы сараларҙың көндәрен Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән. Шуға бәйле һуңғы ҡыңғырауҙар һәм сығарылыш кисәләре бер көндә ойошторола, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.

Өфөлә 4300 уҡыусы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай
Өфөлә 4300 уҡыусы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай

Быйыл Өфө мәктәптәрен 4300-ҙән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы тамамлай. Тантаналы сараларҙың көндәрен Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән. Шуға бәйле һуңғы ҡыңғырауҙар һәм сығарылыш кисәләре бер көндә ойошторола, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.

Сығарылыш уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн дөйөм ҡала байрамы 24 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә «Торатау» конгресс-холы майҙансығында була. Ул «Мәктәп йылдары» вальсын башҡарыуҙан башлана. Артабан Рим Хәсәнов көйөнә ижад ителгән «Өфө йүкәләре» гранд-вальсы сығарылыш уҡыусыларын берләштерә. Шулай уҡ концерт программаһында: уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусылары хоры, флешмоб. Сара фейерверк-серпантин менән тамамлана.

Шул уҡ көндө 12 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы өсөн тантаналы линейкалар була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 24 майҙа юлдар ябыла, ә Өфөлә һәм республикала хәмер һатылмай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-17/v-bashkirii-posledniy-zvonok-prozvenit-dlya-4300-vypusknikov-3772095

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: