+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
21 Май 2024, 07:29

Ай, һылыу!

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА! Һылыуҡайҙар! "Ай, һылыу!" конкурсына хаттарығыҙҙы (йәғни фото менән мәғлүмәтте) электрон почта аша ла, төркөмөбөҙҙөң диуарына ла ҡуя алаһығыҙ! Йә булмаһа ошо номерға 89273318975 бәйләнгән вотсапҡа Сәлимә апайығыҙға ебәрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ! Тауыш биреү өсөн   https://vk.com/app7198399_-41010454#poll664c4d2203e9f30335e5d7d6 ошонда керергә кәрәк!

Ай, һылыу!Ай, һылыу!

Азалия Назарова. Бөрйән районы Яуымбай ауылынан.

Миңә –  8 йәш.Тамырҙарым,ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙымын. Буш ваҡыттарымда йырларға, бейергә,һүрәт төшөрөргә, әсәйемә аш-һыу әҙерләргә булышырға яратам. Киләсәктә Башҡортостаныма кәрәкле кеше булырға хыялланам.

Айлина Даутова. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.

“Миңә - 6 йәш. Стәрлетамаҡ ҡалаһында 62-се һанлы балалар баҡсаһына йөрөйөм. Һүрәт төшөрөргә, бейергә яратам. Әсәйемә ярҙамлашып гөлдәргә һыу һибәм, туҙан һөртәм, һауыт-һаба йыуышам.”

Нурания Мөхәмәтйәнова. Белорет районының Сермән ауылынан.

“ Миңә –  6 йәш.   Балалар баҡсаһына һәм Заһир Исмәғилев исемендәге музыка мәктәбендә бейеү түңәрәгенә йөрөйөм. Төрлө конкурстарҙа үҙен һынап ҡарарға яратам. Буш ваҡытымда йырларға һәм һүрәт төшөрөргә яратам”.

Самира Зарипова. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан.

“Миңә - 6 йәш. Ләйсән балалар баҡсаһына йоройөм. Бейеү минең өсөн иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Кистән ғаиләмә көн дә бәләкәй генә концерт ойошторам йырлайым, бейейем. Шулай уҡ башватҡыстар сисергә, “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын уҡырға яратам”.

Ильзирә Ҡарағолова.

Бөрйән районының Килдеғол ауылынан.

“Миңә – 4 йәш. Бәләкәй генә булһамда бейергә, йырларға яратам. Ауылыбыҙҙа балалар баҡсаһына йөрөйөм. Уҡый белмәһәмдә апай-ағайҙарымдан алда “Аманат” килеү менән иң беренсе мин ҡарап сығам!”.

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас