+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
21 Май 2024, 10:58

Бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы башҡортса әкиәттәр уҡырға саҡырабыҙ

Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов, «Йомарт» студияһы бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы 21 майҙа сәғәт 17:00-дә Ленин урамы, 26-сы йортта урынлашҡан «КИТАП» магазинына башҡортса әкиәттәр уҡырға саҡыра! 

Бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы башҡортса әкиәттәр уҡырға саҡырабыҙБәләкәс дуҫтарыбыҙҙы башҡортса әкиәттәр уҡырға саҡырабыҙ
Бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы башҡортса әкиәттәр уҡырға саҡырабыҙ

Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов, «Йомарт» студияһы бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы 21 майҙа сәғәт 17:00-дә Ленин урамы, 26-сы йортта урынлашҡан «КИТАП» магазинына башҡортса әкиәттәр уҡырға саҡыра!

ПРОГРАММАЛА:
17.00 сәғ. Шәһит Хамматовтың бары тик һеҙҙең өсөн әҙерләнгән әкиәт тамашаһының ҡунағы булырһығыҙ.
18.00 сәғ.- уйындар, ирекле аралашыу.

Атай-әсәйҙәр! Бәләкәсегеҙ Шәһит Хамматов менән бергә уйындар уйнап, ихлас аралашып, көлөп, йырлап-бейеп ҡайтһын тиһәгеҙ, был сараға мотлаҡ килегеҙ!

500 һумдан ашыу хаҡҡа китап алыусыларҙы шәптән-шәп бүләктәр көтә!

Рәхим итегеҙ!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас