«Дуҫлыҡ» бейеү ансамбленең концертына барып, күңелдәргә ял алып ҡайттыҡ. Афарин, «Дуҫлыҡ"тар! Теттерҙеләр генә! Артабан да ҙур сәхнәләргә сығып, уңыштарығыҙ менән ҡыуандырырға яҙһын! «Дуҫлыҡ» бейеү ансамбленә нигеҙ һалып, балаларыбыҙға халыҡ хазинаһы булған, бейеү хәрәкәттәре аша һуғарылған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтә белергә өйрәтеүсе Светлана Батыршинаға «Афарин!» — тип әйтергә генә ҡала!