+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
22 Май 2024, 07:10

«Һаумы, һаумы әкиәт!» бәйгеһенең Гала-концерты үтте

Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар тәүҙә бәйгенең район этаптарында көс һынашһа, артабан ҡала конкурсында һынау тотто. Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә тасури һөйләүҙә  оҫталыҡ күрһәткән кескәйҙәргә Гала-концертта сығыш яһау бәхете эләкте. Ижади бәйге 2010 йылдан алып башҡарыусылар-әкиәтселәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, донъя халыҡтарының халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, уҡыусыларҙың шиғри һәм импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. 

«Һаумы, һаумы әкиәт!» бәйгеһенең Гала-концерты үтте«Һаумы, һаумы әкиәт!» бәйгеһенең Гала-концерты үтте
«Һаумы, һаумы әкиәт!» бәйгеһенең Гала-концерты үтте

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында «Әкиәтте ғаиләменән сәхнәләштәреү» номинацияһында Гран-приға 63-сө балалар баҡсаһынан Алсыновтар ғаиләһе лайыҡ булды. «Фольклор коллективы тарафынан әкиәт башҡарыу» номинацияһында – 75-се башҡорт балалар баҡсаһы, «Яңғыҙ номер башҡарыу» номинацияһында Нурсолтан Фазылов (24-се балалар баҡсаһы). 82-се гимназиянан  Хәсәновтар ғаиләһе дөйөм белем биреү ойошмалары араһында  “Әкиәтте ғаилә менән сәхнәләштереү” номинацияһында Гран-при яуланы. «Фольклор коллективы менән әкиәт башҡарыу» номинацияһында  Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, «Яңғыҙ номер башҡарыу» номинацияһында Йософ Зарипов (107-се лицей). Конкурс еңеүселәре һәм призерҙары ҡаланың мәғариф Идаралығы дипломдары һәм бүләктәре менән бүләкләнде. 

«Һаумы, һаумы әкиәт!» бәйгеһенең Гала-концерты үтте
«Һаумы, һаумы әкиәт!» бәйгеһенең Гала-концерты үтте
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас