+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
22 Май 2024, 07:25

“Йыл уҡыусыһы – 2024” республика конкурсы үтте

Бөрө коррекция интернат-мәктәбендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында “Йыл уҡыусыһы – 2024” республика конкурсы үтте.

“Йыл уҡыусыһы – 2024” республика конкурсы үтте“Йыл уҡыусыһы – 2024” республика конкурсы үтте
“Йыл уҡыусыһы – 2024” республика конкурсы үтте

Конкурста 13 коррекция мәктәбенән 18 уҡыусы ҡатнашты. Йомғаҡтар буйынса, иң күп мәрәй йыйып III – IV синыф уҡыусылары араһында “Йыл уҡыусыһы – 2024” титулын Тимур У. (Бәләбәй коррекция мәктәбе) яуланы. Ә VIII – IX синыфтарҙан Стәрлетамаҡтан Виолетта К. еңеп сыҡты. “Портфолио”, “Визитка”, “Эрудит”, “Тиҙерәк! Юғарыраҡ! Көслөрәк!”, “Үҙ мәҙәниәтең менән уртаҡлаш” номинацияларында ла еңеүселәр билдәләнде.

Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, ә еңеүселәр лагерҙа ял итәсәк.

“Йыл уҡыусыһы – 2024” республика конкурсы үтте
“Йыл уҡыусыһы – 2024” республика конкурсы үтте
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас