+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
23 Май 2024, 09:02

Ауылым

Мин, Валеева Илзирә Илнур ҡыҙы ,Бөрйән районы Ҡолғана ауылында тыуғанмын. Байназар мәктәбендә туғыҙынсы синыфҡа тиклем белем алып Белорет медицина колледжына уҡырға индем.Әлеге ваҡытта миңә 16 йәш,икенсе курста уҡып йөрөйөм. Ғаиләлә беҙ 4 бала, мин иң өлкәне. Буш ваҡытымда шиғырҙар яҙам, Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәрен һәм төрлө хикәйәләр уҡырға яратам.Киләсәктә мин һайлаған һөнәремде ташламаҫмын тип уйлайым, сөнки медицина миңә бик оҡшай. Ауылыма тағын бер ҡайтайым,Тығыҙ ғына, йәмле урамға.Ошо яҡты ерҙән һис мин ялҡмайым,Күңелем яҡтылыҡҡа ҡойона.Ауылымда ҡояш та яҡтыраҡ,Ағиҙелкәй аға тын ғына.Ҡарт тирәккә эленгән тағараҡ,Ел иҫһә ботаҡҡа ҡағына.Һыу буйына төшһәң бар тауышың,Яңғырай бер өлкән ҡаяға.Балаларҙың эшләгән ҡыуышы,Яңғыҙ ғына тора заяға.Тау башында һарыҡтар ҡысҡыра,Яйлап сәйнәп йәшел үләнде.Эскәмйәлә ҡарт әбей ултыра,Таный алмай бер ни әҙәмде.Әсәйемдең күркәм баҡсаһында,Сәскә ата ҡурай еләге.Тәмләп йыйҙыҡ шуны ваҡытында,Тотоп алып ҡулға биҙрәне.Атайымдың бесән сапҡан мәле,Тора һаман күҙем алдында.Олатайым ҡуян күстәнәсе,Йыйып алды ҡуйы урманда.Кис төшкәндә балалар тауышыЯңғыраны бөтә урамға.Йүгерешеп, уйнап һәм шаярып,Йәм бирҙеләр беҙҙең ауылға.Илзирә Валеева. Бөрйән районы Мораҙым ауылынан.

АуылымАуылым
Ауылым

Ауылымдың вафат батыры
Йәш көйөнсә ауыр юл һайланың,
Барҙың ҡыҙыу, көслө һуғышҡа.
Бер ни тимәй илеңде һаҡланың,
Ҡаршы барҙың яҙған яҙмышҡа.

Үҙ тәнеңде һис тә йәлләмәнең,
Алдың ҡулға ауыр мылтыҡты.
Йәшмен әле, "ҡуйсы" тип әйтмәнең,
Тик тапманың бер саҡ ышыҡты.

Торҙоң ҡарап буп буш яланды,
Ни ағас юҡ, ҡайҙа ҡыуаҡтар?
Ерҙә күрҙең тынһыҙ бер дуҫыңды,
Һорау бирҙең "ҡайҙа ҡалғандар"?

Шул саҡ ҡурҡыныс тауыш яңғырай
Муйыныңа тейҙе бер ярсыҡ
Тәнең тугел, кеңелең бик һыҙлай,
Яраларың булһа ла асыҡ.

Яттың һыуыҡ ерҙә күккә ҡарап,
Күктә йөҙә зәңгәр болоттар.
Ҡуйҙың көскә үҙеңдән һорап,
Ҡайҙа инде алтын минуттар?

Иҫләнең һин бахыр әсәйеңде,
Нисек ҡалды һине оҙатып.
Нишләр күрһә һыуыҡ тәнеңде,
Йәшен һөртөр кем һуң йыуатып.

Һағындың һин кескәй генә өйҙө,
Шунда үтте бала саҡҡайың.
Һин шашҡанда атайың да көйҙө,
Эх, үтте бит әҙ ваҡытҡайың.

Бер аҙ уйланып яттың һин ерҙә,
Яйлап ҡына күҙеңде йомдоң.
Үлемдән ҡурҡманың шул берҙә,
Әҙ булһа ла йәшеңде ҡойҙоң.

Йәш көйөнсә вафат булып ҡалдың,
Биргәндәрҙер төрлө миҙалдар.
Тик миҙалдар һиңә ниңә кәрәк булһын,
Күрәләр тик бахыр туғандар.

***

Әрпеш бабай
Урам уртаһында әрпеш бабай,
Бер нөктәгә ҡарап шаҡ ҡатҡан.
Шайтан һыуын эскәндер ҙә буғай,
Ниңә шул юлды ул һайлаған?

Туҙып бөткән иҫке куфайкаһы,
Саң һәм бысраҡ төҫөн һеңдергән.
Бәлки уның барҙыр ҙур ҡайғыһы,
Шуға ошо юлдан ул киткән.

Йыйырсыҡлы йөҙөн һаҡал баҫҡан,
Күренә тик моңһоу күҙҙәре.
Тик күҙҙәре ҡайҙа ҡарап баҡҡан?
Тап уға ғына был билдәле.

Әсе елгә ярылған ҡулдары,
Ҡанап киткән ҡайһы ерҙәре.
Эргәһенән үткән кешеләрҙең,
Йәлләп китә ҡайһы берҙәре

Тора биргәс моңһоу күҙҙәренән,
Аҡтылар бөртөкләп йәштәре.
Ни көтәһең инде был ғүмерҙән,
Әрпеш бабай, миңә әйт әле.

Сикәһенә аҡҡан күҙ йәштәрен,
Һөрттө бабай устары менән.
Ҡулындағы асыҡ яралары,
Әсе һыуҙан әсетте икән?

Был ауыртыу уға бер ни түгел,
Уның һыҙлай күңел яраһы.
Бары булған ҡыйынлыҡты түҙер,
Тик алмай шул өйгә ҡайтаһы.

Ә бабайҙың ҡайҙа туғандары?
Ниңә уны килеп алмайҙар?
Күп шул минең эстә һоауҙарым,
Ә уларға ҡайҙа яуаптар?

Мин уйыма батып торған саҡта,
Әрпеш бабай ташҡа һөйәлде.
Ятырына хәле етмәй хатта,
Тик эстән нимәлер һөйләнде.

Әкрен генә ергә башын һалды,
Ергә түгел, иҫке гәзиткә.
Яралы ҡулдарын кеҫәһенә тыҡты,
Ышаналар инде өмөткә.

Моңһоу күҙҙәрен ул шул уҡ йомдо,
Һуңғы йәше тәгәрәй һалды.
Йоҙроҡланы ситтә ятҡан ҡомдо,
Ваҡыт үткәс йоҡоға талды.

Киләһе көн иртә менән тороп,
Бешерендем теге бабайға.
Өмөтләнеп, бик ҙур пландар ҡороп,
Тағы сыҡтым шул уҡ бер юлға.

Барҙым, тик был бабай ҡайҙа?
Ҡайҙа кисәге әрпеш бабай?
Ул бит алмай ине ҡыбырлай ҙа,
Ҡайҙа киткән икән арымай?

Һораным мин бары кешеләрҙән,
Әммә бер кем уны күрмәгән.
Тик ишеттем ятыраҡ әҙәмдән,
Бабай был көндө үткәрмәгән.

Тормош уға күпме һынау биргән,
Кем белә һуң уның яҙмышын.
Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар күргән,
Белеп булмай кеше һағышын.


Тормош һынауҙары уға ауыр булған,
Йыға һуҡҡан бик көслө елдәр.
Шул елдәргә ниңә һуң ул һынған?
Бәлки булғандыр әсе телдәр.

Илзирә Валеева. Бөрйән районы Мораҙым ауылынан.

Ауылым
Ауылым
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас