+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
23 Май 2024, 07:47

БДИ-ны ҡабаттан тапшырырға мөмкин

Быйылдан уҡыусыларға үҙҙәре һайлаған фәндән берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге бирелде. Бынан алда сығарылыш синыф уҡыусыһы БДИ-ны киләһе йылда ғына ҡайтанан тапшыра алһа, быйылғы йылдан алып ағымдағы ҡабул итеү кампанияһы башланғанға тиклем бер предметты яңынан тапшырырға мөмкин. Бындай үҙгәрештәрҙе ил башлығы февраль аҙағында Федераль Йыйылышында мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап тәҡдим итте.

БДИ-ны ҡабаттан тапшырырға мөмкинБДИ-ны ҡабаттан тапшырырға мөмкин
БДИ-ны ҡабаттан тапшырырға мөмкин

“Берҙәм дәүләт имтиханы системаһын камиллаштырыу талап ителә. Атап әйткәндә, сығарылыш уҡыусыларына үҙҙәре һайлаған фәндәрҙең береһе буйынса БДИ-ны ҡабаттан тапшырырға мөмкинлек бирергә кәрәк. Уҡыусылар шул уҡ йылда ҡабаттан һынау тотоп, вуздарҙа ҡабул итеү компанияһы тамамланғансы, документтарын уҡыу йорттарына тапшырып өлгөрһөн өсөн”, - тине ул.

БДИ-ны ҡабаттан тапшырыу тураһында нимә белергә кәрәк!

 Имтихандың элекке һөҙөмтәһе юҡҡа сығарыла. Хатта ҡабаттан тапшырыуҙа мәрәйҙәр кәмерәк булһа ла, икенсе һөҙөмтә иҫәпкә алына.

Бер генә предметты ҡайтанан тапшырырға мөмкин.

Әгәр предмет ике өлөштән тора икән, мәҫәлән, сит тел, ике өлөшөн дә яңынан тапшырырға кәрәк.

БДИ-ны  ҡайтанан тапшырғанда ла апелляцияға бирергә мөмкин.

БДИ-ны ҡабаттан тапшырырға мөмкин
БДИ-ны ҡабаттан тапшырырға мөмкин
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас