Май аҙағында Белорет районының Үткәл ауылына йәнә ҡыш килде. Температура рекорды тураһында социаль селтәрҙә Ришат Хәйбуллин хәбәр итә. Уның фотоһүрәттәренә һәм видеоһына ҡарағанда, 24 майҙа төндә термометрҙар тораҡ пунктта -8 градус күрһәтә.
Бөгөн ныҡ һыуыҡ! Баҡсалағы һыу туңған, машина бәҫ менән ҡапланған. -8 күрһәтә, ти Ришат Хәйбуллин.