Спектакль рус телендә барыуға ҡарамаҫтан ололар ҙа, кескәйҙәр ҙә әкиәтте яратып ҡараны.
Бөгөн Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһенең икенсе көнө. Йәрминкә иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт унға тиклем эшләй.
бөтә көндәрҙә лә китапханаларҙың интерактив күргәҙмәләре эшләй, «Әҙәби прививка», «Китап-Байрам» почтаһы», «Балаларға китап бүләк итегеҙ» (балалар китапханаһы фондын булдырыуға булышлыҡ итеү. 2021-2024 йылдарҙа баҫылған китаптарҙы туплау), «Донбасс һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәренә китаптар йыйыу», «Музейға китап бүләк ит» акциялары, «Уҡыйбыҙ һәм ашайбыҙ» гастрономик фестивале ойоштороласаҡ.
Шулай уҡ балаларҙы үҫтереү, ата-әсә мөнәсәбәттәре буйынса психологтар консультацияһы, психологик уйындар, әкиәттәр яҙыу буйынса оҫтаханалар, балалар һәм атай-әсәйҙәр өсөн викториналар үткәреләсәк.