+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
27 Май 2024, 06:53

"Аманат" мине оло ижад майҙанына сығарҙы

“Аманат” тиһәләр, бала, үҫмер сағыма ҡайтып әйләнгәндәй булам. Журналды ҡулыма алыу менән уның йондоҙло битен асып ҡарауҙар... Таныш автор осраһа, тын да алмай, тәүҙә уның яҙмаһын уҡыуҙар... Яҙмаң баҫылһа, исемеңде ҡат-ҡат күҙҙән үткәреп, шиғырыңды сит кеше күҙлегенән уҡырға маташыуҙар... Шулай итеп, үҙемә ҡанат ҡуйған ошо шәп журнал менән бәйле бер нисә хәтирәмде һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәйем әле, йәш дуҫтарым.

"Аманат" мине оло ижад майҙанына сығарҙы"Аманат" мине оло ижад майҙанына сығарҙы
"Аманат" мине оло ижад майҙанына сығарҙы

“Аманат” тиһәләр, бала, үҫмер сағыма ҡайтып әйләнгәндәй булам. Журналды ҡулыма алыу менән уның йондоҙло битен асып ҡарауҙар... Таныш автор осраһа, тын да алмай, тәүҙә уның яҙмаһын уҡыуҙар...

Яҙмаң баҫылһа, исемеңде ҡат-ҡат күҙҙән үткәреп, шиғырыңды сит кеше күҙлегенән уҡырға маташыуҙар...

Шулай итеп, үҙемә ҡанат ҡуйған ошо шәп журнал менән бәйле бер нисә хәтирәмде һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәйем әле, йәш дуҫтарым. Беҙҙең бала саҡта журналға хат яҙыуы үҙенә күрә бер ритуал ине. Дәрестәремде әҙерләп бөткәс, өйҙәгеләр әүен баҙарына юлланғас, хат яҙырға ултырам. Балалыҡ менән, редакцияның хәлдәрен һорашҡан, үҙемдекен һөйләгән булам. Шунан, тағы бер (йәки бернисә) яҙмамды тәҡдим итәм тием дә, ҙур тулҡынланыу менән күсереп яҙам шиғырымды. Иртәгәһенә, ҡағыҙымды тотоп, аръяҡтағы конторға, ундағы почта бүлексәһенә йүгерәм. Конвертты йәшниккә төшөргәс, ҙур эш башҡарған кешеләй, ҡәнәғәт сығып китәм почтанан. Мәктәпкә барышлай, хыял донъяһына сумам: “Бер-ике көндән хатым редакцияға барып етәсәк, уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыясаҡтар, шиғырымды баҫтырасаҡтар...”

Шулай хыялланып йөрөй торғас, көндәрҙән бер көндө, миңә редакциянан хат килеп төштө. Редакция хеҙмәткәре – Венер Йәнбәков ағайҙан ине ул ҡәҙерле хат. Әллә ни күп яҙмаған, кәңәштәрен әйткән. Һуңғы арала шиғырҙы йыш яҙып, сифат тигәнде онотоп ебәреүем тураһында кинәйәләп: “Һәр ялтыраған нәмә алтын булмай, ҡустым”, – тигән. Рәхмәтемде Венер ағайға үҙ ваҡытында әйтеп өлгөрмәнем. Был донъянан китеүенә лә байтаҡ йылдар үтте. Ошо булһын ине рәхмәтем.

Бер хатымдың аҙағына, остазым, башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән уҡытыусыбыҙ Суфия Миңлеғол ҡыҙы Ғәбитованың һүҙҙәре менән, шиғырым барһа, баҫығыҙ, халыҡ белер, баҫмаһағыҙ, Ағиҙел йылғаһына һалығыҙ, һис юғы, балыҡ белер, тигәнерәк теләк яҙғайным. Редакцияла һындары ҡатып көлдөләрме икән, әллә минең самаһыҙ шаяртыуыма көйҙөләрме икән, белмәйем. Әммә ул “Сит планета ҡунағы” исемле шиғырым тотош бер биттә донъя күрҙе. Минең һүҙҙе ҡолаҡтарына элгәндәрҙер, күрәһең.

Бер заман 1 апрелгә ҡарата журналдың 4-се һанында редакцияға килгән хаттарҙан мәҙәктәр сыҡты. Шулар араһында: “Шиғырҙарымды конкурсҡа ебәрәм. Әгәр еңмәһәм, ҡарағыҙ уны!.. И., Б. районы”, – тигәне лә бар ине. Ошо һүҙҙәрҙе уҡығас, ҡылт итеп үҙемдең бер хатымдың иң аҙаҡҡы юлына шундайыраҡ мәғәнәле “тоҙһоҙ” теләк яҙырға уҡталыуым хәтергә төштө. Ләкин, әгәр хәтерем яңылышмаһа, ул юлдарҙы ҡағыҙға төшөрөүҙән тыйылып ҡалғайным, шикелле. Бәлки, әлеге лә баяғы, һауаларҙа осоп йөрөп, яҙған да булғанмындыр.

Мин бит — журналдың бер нисә конкурсында урын алған йыл лауреат булған кеше. Венер ағай Йәнбәк, ауылдашым, баш мөхәррир – Нияз ағай Мәһәҙиев, Артур Дәүләтбәков (баш мөхәррир), Сәлмән Ярмуллин (баш мөхәррир), Әхмәҙин Әфтәх (яуаплы сәркәтип), Дамир Шәрәфетдинов, Артур Тапаҡов, йәш Тайфур Сәғитов ағайҙар, Нурия Фазлыева, Зөбәржәт Яҡупова, Ләйлә Ғаянова апайҙар һәм башҡа остаздарым, барығыҙға ла рәхмәт!

Яратҡан журналымда эшләүселәрҙе барыһын да тиерлек, исемләп беләм бит инде ул саҡта, үҙемсә: “Ҙур үҫкәс, Өфөгә юлым төшһә, “Аманат”ҡа инеп, үҙемә туған булып бөткән барыһы менән дә күрешеп, һөйләшеп сыҡһам ине”, – тип хыяллана инем. Ысынлап та, редакцияға йыш хат яҙа торғас, яҡын булып бөтәһең икән ул. Быны мин хәҙер инде байтаҡ йылдар төрлө редакцияларҙа эшләгәнгә, авторҙар менән тығыҙ аралашып йәшәгәнгә күрә әйтәм.

“Аманат” ярҙамында, үҙемә күп ижадташ дуҫ, иптәш, таныш таптым. “Аманат”ҡа мине оло ижад майҙанына сығарыуы өсөн рәхмәт!

Илгиз ИШБУЛАТОВ, шағир, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире.

ҺҮРӘТТӘ: Илгиз Ишбулатов уҡытыусыһы

Автор:
Читайте нас