-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2024, 14:57

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы дүртенсе йыл рәттән Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрендә донъя халыҡтары әкиәттәрен  башҡарыусыларҙың "Һаумы, һаумы, әкиәт!" төбәк-ара конкурсын уҙғара. Конкурс Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен һәм мәҙәниәттәрен һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр

Конкурстың ойоштороу комитетына 559 эш килгән: дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4-се синыф уҡыусыларының 181 конкурс эше; 10 ғаилә фольклор коллективы һәм Башҡортостан Республикаһының Һәм Рәсәй федерацияһы төбәктәренең (Силәбе, Свердловск өлкәһе, Татарстан Республикаһы) мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәренең 126 конкурс эше. «Ҡул эштәре Һәм һүрәттәр Конкурсы» номинацияһына 252 уҡыусы үҙ эштәрен тәҡдим иткән.

Конкурстың абсолют еңеүселәре: Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында - Айназ Юлдашбаев, Ейәнсура районы; Камила Әхмәтшина Ишембай районы; мәктәп йәшендәге балалар араһында – Гөлнәзирә Тайсина Өфө районы Шамонин ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы; Амелия Моталлапова, 1-се синыф уҡыусыһы. Ейәнсура районының балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге (туған телдә).

Инсценировкалар араһында иң яҡшылары: Өфө ҡалаһының 63-сө балалар баҡсаһы, Бишбүләк районы Бишбүләк ауылының "Умка" балалар баҡсаһы, Өфө ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, Советтар Союзы геройы Г.С. Овчинников исемендәге Бөрө районы Осиновка ауылы урта мәктәбе, Нәбиуллиндар һәм Турсунбаевтар ғаиләһе. Һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурсы еңеүселәре: Ғайсина Лейлә, Яңауыл районы Яңауыл ҡалаһының 6-сы "Василек" балалар баҡсаһы, Мерзлякова Милена Нефтекама ҡалаһының 30-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, Хәлилова Алтынай Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы,  Насыров Алан Өфө районы Михайловка ауылының "Олимп" мәғариф үҙәге тәрбиәләнеүсеһе.

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас