Бөгөн яңыртылған Ҡурсаҡ театрына "Һаумы, һаумы, әкиәт!" төбәк-ара конкурсына халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар йыйылды. Шулай уҡ әйтеп үтер кәрәк:"Һаумы, һаумы, әкиәт!" төбәк-ара конкурсының төп маҡсаттары булып йәш әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү, йәш быуында башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен һәм мәҙәниәттәрен һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Беҙҙе лә ошо талантлы балаларға "Аманат" журналының махсус бүләктәрен тапшырырға саҡырҙылар.
Ойоштороусыларға, кескәйҙәрҙе конкурсҡа әҙерләгән тәрбиәселәргә, атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт! Милләтебеҙҙең йөҙөк ҡаштары булырлыҡ киләсәк быуын үҫеп килә.
Афарин, бәләкәстәр!