+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
5 Июнь 2024, 09:28

Тәүге 100 балл алыусылар

Химия, биология, әҙәбиәттән Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре билдәле. Химия буйынса 45 кеше 100 балл алған! Былтыр уларҙың һаны 18 ине. Географиянан - 4, әҙәбиәттән 2 уҡыусы иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән. 

Тәүге 100 балл алыусыларТәүге 100 балл алыусылар
Тәүге 100 балл алыусылар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, химиянан барлығы 2423 кеше имтихан тапшырған һәм уларҙың 630-ы 82 һәм унан  юғарыраҡ балл йыйған.

Республикала 100 балл алыусы уҡыусыны әҙерләгән педагогтарға - 50 мең күләмендә, Башҡортостандың юғары уҡыу йортона ингән абитуриентҡа  иһә 150 мең һум премия түләү ҡаралған.

Тәүге 100 балл алыусылар
Тәүге 100 балл алыусылар
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас