Бөгөн - Бөйөк рус шағиры, яҙыусы, драматург, рус реалистик йүнәлешенә нигеҙ һалыусы, әҙәби тәнҡитсе һәм әҙәби теоретик, тарихсы, публицист, журналист, XIX быуаттың тәүге өстән бер өлөшө осороноң (1800—1833) иң абруйлы әҙәбиәт эшмәкәрҙәренең береһе Александр Сергеевич Пушкиндың тыуыуына 225 йыл (1799-1837). Александр Пушкин 1799 йылдың 6 Мәскәүҙә бигүк бай булмаған дворян ғаиләһендә тыуған. Ошо айҡанлы бөйөк рус яҙыусыһының тыуыуына айҡанлы һәм дә Халыҡ-ара рус теле көнө булыраҡ Республикабыҙҙың күп профилле полилингваль гимназия уҡыусылары ойошторған матур сарала булып ҡайттыҡ. Рус телендә бөтә донъя буйынса 250 миллиондан ашыу кеше һөйләшә, был уны планетаның иң киң таралған телдәренең береһе итә.
Гимназия уҡыусылары Пушкиндың шиғырҙарын яттан уҡыны, уның әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙе, викториналар үткәрҙе. Был балалар өсөн рус әҙәбиәте һәм мәҙәниәте донъяһына сумдырылыу өсөн иҫ киткес мөмкинлек булды.