– Идеяны тормошҡа ашырғансы күп ваҡыт һәм көс һалынды, – тип һөйләне проект етәксеһе Айгиз Ҡунафин. – Тел моделен камиллаштырыу, тауыш яҙҙырыу, телмәр синтезы, тауышты текстҡа әйләндереүҙең сифатын яҡшыртыу, колонканың корпусын, тышҡы биҙәлешенең дизайнын әҙерләү, һәм башҡалар – былар барыһы ла бер көнлөк кенә эш түгел.
Айгиз колонкаға эйә булған педагогтарға уны ҡулланыу нескәлектәрен ентекле аңлатты. Тиҙҙән ӨҺомай"ҙы һатыуға сығара башларға ниәтләйҙәр. “Һомай” менән башҡортса һәм русса аралашырға, һорауҙар бирергә һәм тулы яуаптар алырға ғына түгел, ә еңел генә башҡорт телен өйрәнергә була. Уның менән кескәй балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем ҡуллана ала.