+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь , 15:02

"Ҡурсаҡ- йомшаҡ уйынсыҡ" номинацияһы еңеүсеһе

Өсөнсө класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан Мөхәммәтҡолова Илүзә Илһам ҡыҙының уңыштары бихисап. Бына әле лә баш ҡаланың үҙенә барып грамота һәм бүләктәр алып, ҡыуанып ҡайтты.

"Ҡурсаҡ- йомшаҡ уйынсыҡ" номинацияһы еңеүсеһе
"Ҡурсаҡ- йомшаҡ уйынсыҡ" номинацияһы еңеүсеһе

Өсөнсө класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан Мөхәммәтҡолова Илүзә Илһам ҡыҙының уңыштары бихисап.
Бына әле лә баш ҡаланың үҙенә барып грамота һәм бүләктәр алып, ҡыуанып ҡайтты. Ни өсөн тиһегеҙме? Хәҙер сисәм серҙе: республика кимәлендә үткән "Минең театр ҡурсағым" исемле конкурста беренсе урын алды Илүзә! Алмай ней, алаһың инде беренселекте шундай ярҙамсыларың барҙа. "Оҫта ҡулдар" түңәрәге етәксеһе Исхаҡова Зәлиә Риф ҡыҙы етәкселегендә әсәһе Фирүзә Радик ҡыҙы менән Илүзә башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡ теккән. Хас та һатыуҙағы ҡурсаҡ инде, иҫ китмәле шәп килеп сыҡҡан!
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыларының уңыштары бының менән генә бөтмәй әле, ошо уҡ конкурста "Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы" номинацияһында Көмөшбаева Розалия еңеп сыҡты. Розалия " Тирмәкәй" әкиәтенең геройҙарын эшләгән.Ә Шәмиғолова Айсулпан. - "Ҡурсаҡ- йомшаҡ уйынсыҡ" номинацияһы еңеүсеһе.
Оҫта ҡуллы ҡыҙҙарға, уларҙың етәкселәренә артабан да уңыштар теләйек. Яулайһы үрҙәре, күтәреләһе бейеклектәре алда көтөп торһон!

"Ҡурсаҡ- йомшаҡ уйынсыҡ" номинацияһы еңеүсеһе
"Ҡурсаҡ- йомшаҡ уйынсыҡ" номинацияһы еңеүсеһе
"Ҡурсаҡ- йомшаҡ уйынсыҡ" номинацияһы еңеүсеһе
"Ҡурсаҡ- йомшаҡ уйынсыҡ" номинацияһы еңеүсеһе
"Ҡурсаҡ- йомшаҡ уйынсыҡ" номинацияһы еңеүсеһе
Автор:
Читайте нас: