+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь , 10:07

Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар!

Яҙҙың иң матур көндәренең береһендә Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә сығарылыш синыфтары өсөн Һуңғы ҡыңғырау байрамы үтте. IX һәм XI синыфты тамамлаусы егет һәм ҡыҙҙар тураһында тик яҡшы һүҙҙәр әйтелде.

Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар!
Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар!

Ҡыңғырау сыңы моңло ла, шатлыҡлы ла. Ул уҡыусыларға ғүмерҙең иң саф, наҙлы, ғәмһеҙ мәле – бала саҡ, мәктәп менән хушлашыу ваҡытын һәм оло тормошҡа аяҡ баҫыуын хәбәр итә. Онотолмаҫ ҡәҙерле иҫтәлектәр күңелде йылыта. Яҡты синыф бүлмәләре, аҡбур менән һыҙғыланып бөткән таҡта, ҡайҙалыр юғалып ҡалған көндәлек, беренсе һөйөү хистәре, талапсан уҡытыусылар, атай-әсәйҙең кәңәштәре, тәүге уңыштар...
Яҙҙың иң матур көндәренең береһендә Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә сығарылыш синыфтары өсөн Һуңғы ҡыңғырау байрамы үтте. IX һәм XI синыфты тамамлаусы егет һәм ҡыҙҙар тураһында тик яҡшы һүҙҙәр әйтелде. Мәктәп директоры Заһит Замир улы Сәфәрғәлин уларға лайыҡлы кешеләр булыуҙарын һәм туған мәктәптәрен онотмауҙарын теләне. Балаларыбыҙҙың яратҡан уҡытыусылары, ата-әсәләр теләктәрен еткереп, кәңәштәр бирҙе.

Быйылғы байрам айырыуса иҫтәлекле һәм онотолмаҫ булды. Уны балалар, синыф етәкселәре Римма Рим ҡыҙы менән бергә беҙ ҙә – ата-әсәләр ҙур тулҡынланыу менән көтөп алдыҡ. IX “Б” уҡыусылары тормоштарындағы был әһәмиәтле көнгә ентекле әҙерләнгәндәр ине. Бергә башҡарылған йырҙар, бейеүҙәр, мәктәп вальсы уларҙың ни тиклем татыу, берҙәм булыуын күрһәтһә, икенсе яҡтан, йөкмәткеле сығыштар һәр кемдең күңел ҡылдарын тирбәтте, күптәрҙең күҙҙәрен йәшкә сылатты. Туғыҙынсылар үҙҙәре – уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылыҡты бирмәгән, тик “бишле”гә өлгәшеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр.

– Ғәмһеҙ бала саҡ йылдары үтте һәм һеҙ яуаплы тормош юлына аяҡ баҫаһығыҙ. Мин бергә үткән бай, ҡыҙыҡлы уҡыу йылдары өсөн рәхмәт әйтәм. Киләсәк тормош биттәрегеҙҙең тик бәхеттән генә туҡылыуын теләйем. Барыһы ла яҡшы булһын, – тип изге һүҙҙәрен еткерҙе уҡыусыларына синыф етәксебеҙ Римма Рим ҡыҙы.

Һуңғы ҡыңғырау сыңы... Ошо мәлдәр балаларыбыҙ күңелендә яҡты иҫтәлек булып ҡалыр, йылдар үткән һайын моңландырып иҫтәренә төшөр. Ә әлегә улдарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ алдында –имтихандар, тормошта яратып башҡарырлыҡ һөнәр һайлау.

Балаларыбыҙҙың хөрмәтле уҡытыусыларына һәм синыф етәксеһенә барлыҡ ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙ беҙҙең балаларыбыҙға донъя серҙәрен төшөндөрә-төшөндөрә тормошҡа әҙерләнегеҙ, һәр саҡ өлгө булып, белем, тәрбиә биреп, тормош юлынан нисек дөрөҫ барырға өйрәттегеҙ. Һеҙгә артабан да белем һәм тәрбиә биреүҙә шулай дәртләнеп эшләп, ҙур уңыштарға ирешеүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ.

Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар!
Нурзиә МӘХИЙӘНОВА.

Баймаҡ ҡалаһы.

Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар!
Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар!
Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар!
Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар!
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: