+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
20 Июнь 2024, 09:25

Башҡортостанда 100 балл алыусылар арта!

Быйыл БДИ тапшырыусылар араһында иң популяр предметтар - профиль математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү. Шулай уҡ сит телдәр (инглиз), информатика күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Йылдан йыл был предметтарҙы һайлаусылар арта бара.  

Башҡортостанда 100 балл алыусылар арта!Башҡортостанда 100 балл алыусылар арта!
Башҡортостанда 100 балл алыусылар арта!

Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын 14 171 сығарылыш уҡыусыһы тапшырҙы, 11 уҡыусы 100 балл йыйҙы, 2 728 кеше 81 һәм унан юғарыраҡ балл алды. Профилле математиканан 7 652 уҡыусы һынау тотто, уларҙың 31-е — 100 балл, 1 324-е 81 һәм унан күберәк балл тупланы. Физика буйынса 2427 уҡыусы тапшырған, уларҙың 41-е 100 балл йыйған, 626-һы юғары балл алған. Информатиканан – 3302 уҡыусы тапшырҙы, шуларҙың  3-әүһе –100 балл, 372-һе-81 һәм унан юғарыраҡ балл алған. 45 уҡыусы — химиянан, дүртәүһе — географиянан,  икәүһе әҙәбиәттән 100 балл йыйған. Йәмғиәтте өйрәнеү буйынса 4783 уҡыусы яҙған, 436 уҡыусы юғары балл йыйған.  Һигеҙ имтихан һөҙөмтәләре буйынса республикала – 140 уҡыусы йөҙ балға өлгәшкән һәм 11 мультибалльник бар», — тип яҙа министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Республика етәксеһе тәҡдиме менән БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларға — 50 мең, ә максималь балл туплап, республиканың юғары уҡыу йорттарына ингән йәштәргә 150 мең һум күләмендә премия түләнә...

Башҡортостанда 100 балл алыусылар арта!
Башҡортостанда 100 балл алыусылар арта!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас