"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! https://vk.com/app7198399_-41010454#poll66753cd2904ad22c0abaf9c3 "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА!
Һылыуҡайҙар! "Ай, һылыу!" конкурсына хаттарығыҙҙы (йәғни фото менән мәғлүмәтте) электрон почта аша ла, төркөмөбөҙҙөң диуарына ла ҡуя алаһығыҙ! Йә булмаһа ошо номерға 89273318975 бәйләнгән вотсапҡа Сәлимә апайығыҙға ебәрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ!
Лилиә Хәсәнова. Белорет районының Абҙаҡ ауылынан.
“ Миңә – 7 йәш. Буш ваҡытында китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә яратам. Синыфташтарым менән дуҫтарбыҙ. Бергәләшеп ҡышын санғы шыуһаҡ, йәйен рәхәтләнеп һыу инәбеҙ”.
Самира Ҡыуатова. Өфө ҡалаһынан.
“Мин беренсе синыфты тамамланым. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, китаптар уҡыйым, пластилиндан төрлө һындар әүәләйем. Әхирәттәрем менән скейт-бордта, роликта йөрөргә яратам”.
Зинира Мустафина
Бөрйән районның Байназар ауылынан
“Миңә – 12 йәш. 7-сы синыфҡа күстем. Буш ваҡытымда бейерга, һүрәт төшөрөргә яратам. Әсәйемә ярҙамлашып ике һеңлемде ҡарашам, гөлдәргә һыу ҡойям, һауыт-һаба йыуышам”.
Айлина ФӘХРИТДИНОВА. Белорет районының Сермән ауылынан.
“Минһеҙ төрлө конкурстар, байрам концерттар үтмәй. Йырларға, бейергә һәм һүрәт төшөрөргә яратам. Райондың “Инйәр” хазиналар конкурсында дүрт йәшемдән алып ҡатнашам. Өй тирәһендә ярҙамлашыусы, әсәйемдең уң ҡанаты ла мин.”
Рената Ибатуллина.
Ауырғазы районының Талбазы ауылынан.
“ Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының 2-се синыфын тамамланым. Акробатика менән 5 йәштән шөғөлләнәм, бейергә яратам, һүрәт төшөрәм. Атай-әсәйемә ярҙам итергә лә өлгөрәм”.