Ике ҡая араһында тартылған таҫма буйлап үтеүен күрһәткән видеояҙма Интернетҡа таралған.
Был яҙмала Сергей Йүрүҙән йылғаһы өҫтөнән 80 метр бейеклектә 520 метр аралыҡты үтә. Уның аяҡ аҫтында ҡорос канат түгел, ә һығылмалы таҫма. Был спорт төрө слэклайн тип атала.
Сергей слэклайнға 2016 йылда килә һәм шунан бирле гел күнекмәләр үтә. Иптәштәре менән Башҡортостандың таулы-ҡаялы урындарына йөрөй. Ҡаянан ҡаяға таҫма тартып, йылғалар, упҡындар, тарлауыҡтар, карьерҙар, йырындар аша үтәләр.
Мауығыуы Шиловҡа һөнәр һайлауҙа ла ярҙам иткән. Ул сәнәғәт альпинисы һәм арборист булып эшләй. Арбористар бейек ағастарға баҫҡыс терәп түгел, ә альпинист ҡорамалдары менән менә, уларҙы тәрбиәләү-ҡарау менән шөғөлләнә.
Сергей йыл һайын Кисловодскиға слэклайн фестиваленә бара, ярыштарында ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
Һүрәттә: Сергей Шилов Йүрүҙән өҫтөндә (фото: "Российская газета")
Сығанаҡ: Башинформ.