Инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнашты унда. Кеше буйы ҡурсаҡтар, аниматорҙар ҡунаҡтарҙың күңелен асты, аттракциондар, бәүелсәктәр был көндө түләүһеҙ эшләне.
Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, отоштар, костюм конкурстары үткәрелде. Инвалид балалар төшөргән һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды.
Сарала БР-ҙың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина, Өфө ҡала советы депутаты Айнур Шәйнуров, Өфөнөң Йәмәғәтселек палатаһы рәйесе Ольга Одинокова һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән өс баланы Евразия Берләшмәләр Лигаһының "Ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөш өсөн" ордены менән бүләкләнеләр. Инвалид балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙылар.