"Урал" атом боҙватҡысын "Балтик заводы" (Санкт-Петербург) төҙөгән. Карап 2019 йылда төҙөлөп бөткән.
Яңы судноны һыуға төшөргәндә бортына шампан шешәһе бәреп ватыу йолаһы бар. "Урал" боҙватҡысын төшөргәндә был йоланы яҡташыбыҙ Рәсәй Үҙәк банкы етәксеһе Эльвира Нәбиуллина үтәгән.
Тәүге эш рейсына карап 2022 йылдың 2 декабрендә сыға, Кара диңгеҙенең Обь һәм Енисей төбәгенә юллана.
"Урал" атом боҙватҡысы 2,8 метрға тиклем ҡалынлыҡтағы боҙҙарҙы ватыуға һәм төньяҡ диңгеҙ юлдарын хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән. Экипажы 54 кешенән тора.