Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Лиза Ҡыям ҡыҙы бар ғүмерен мәғарифҡа арнаны. Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң Салауат районының Малаяҙ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Төрлө йылдарҙа Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе директоры урынбаҫары, Ҡыйғы мәғариф бүлегенең методик кабинет мөдире, Өфө ҡалаһының 27-се урта мәктәбендә мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире, уҡытыусы вазифаларын башҡара. 1996 йылдан хаҡлы ялға тиклем баш ҡаланың 42-се лицейында химиянан уҡыта. 2016 йылда уға «Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Сығанаҡ: "Башинформ"