Патруль тәртипте күҙәтә, тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһенә автомобилдәр үтмәһен, ял итеүселәр ут яҡмаһын, сүпләмәһен тип тырыша.
"Халыҡ атлы патрулдең эшенә хөрмәт менән ҡарай", ти "Торатау" геопаркының генераль директоры Артур Иҙелбаев.
Атлы патруль тураһында Торатау геопаркының ВК-лағы сәхифәһе һәм "Восход" гәзите һөйләй.
Һүрәттәрҙә: атлы һаҡсылар Наил Мираҫов менән Марат Хөсәйенов, аттарының ҡушаматы – Бейегән, Гречка, эргәләрендә Крестный тигән ҡолонсаҡ һикерәндәп йөрөй.