Зарина ГТО-ның 8 дисциплинаһында бөтәһе 634 балл йыйған. Вәт көслө, вәт етеҙ ҡыҙыҡай! Зарина 94 отжимание яһаған.
Нефтекама ҡалаһындағы республика турнирында еңгән командалар:
Ҡала округтары:
1. Нефтекама ҡалаһы
2. Стәрлетамаҡ ҡалаһы
3. Өфө ҡалаһы.
Ҡала муниципаль райондары:
1. Туймазы районы
2. Бәләбәй районы
3. Яңауыл районы.
Ауыл муниципаль райондары:
1. Краснокама районы
2. Ғафури районы
3. Көйөргәҙе районы.
Ярыш тураһында ВК селтәрендәге сәхифәһендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Башлығының спорт буйынса кәңәшсеһе Рөстәм Әхмәҙинуров яҙған һәм фотолар һалған.
Көҙ көнө еңеүселәр Артекка китә. Унда уҡыусылар араһында ГТО ярыштарының Бөтә Рәсәй финалында ҡатнашасаҡтар.
Әйткәндәй, Зарина Табилдина Артекта үткән ГТО ярыштарында 2022 йылда ла, 2023 йылда ла ҡатнашҡан. Башҡортостан командаһы ике тапҡырында ла 2-се урынды яулап, көмөш приз менән ҡайтҡан.
***
Өфө ҡалаһы мәктәптәренең Нефтекамалағы турнирҙа ҡатнашҡан ГТО командаһы тураһында 26-сы олимпия резервы спорт мәктәбе сайтында яҙалар.
Нефтекамалағы ярышта баш ҡаланың М. Шайморатов исемендәге 104-се, 108-се, 128-се мәктәптәре, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты, 96-сы лицейы уҡыусыларынан торған команда ҡатнашҡан.
158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Виктория Харичкова йөҙөүҙә (29,18 с.) һәм 2000 метрға йүгереүҙә иң яҡшы һөҙөмтәне күрһәткән. 104-се мәктәптән Арина Дударева йүгереүҙә 2-се урынды алған.
15 йәшлек Виктория Харичкова Артекка барасаҡ республика йыйылма командаһы составына индерелгән.
Фотоларҙа: Зарина Табилдина – абсолют еңеүсе; Виктория Харичкова; Нефтекама ҡалаһы командаһы (Рөстәм Әхмәҙинуровтың ВК сәхифәһенән һәм СШОР №26 сайтынан).