+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
22 Июнь 2024, 04:45

Мәңгелек сер

Мөхәббәтем Мин Өфөлә йәшәйем. Каникулдарҙа  өләсәйем менән ҡартатайыма ауылға ҡунаҡҡа барам. Унда минең дуҫтарым күп. Бергәләшеп еләк йыябыҙ, Еҙем йылғаһында һыу инәбе, ә кистәрен клубҡа сығабыҙ.

Мәңгелек серМәңгелек сер
Мәңгелек сер

Былтырғы йәйҙә бер егет миңә бик оҡшаны, ләкин үҙемдең хис-тойғоларымды белдерә алманым. Уның исемен Н. Тип ҡуяйым. Бер төндө дискотеканан һуң дуҫтарым тау битендә усаҡ яғырға булды, ә мин өй яғына юл тоттом. Н. Оҙатырға тәҡдим иткәс, мин ризалаштым. Уның тураһында дуҫтарым аша ишетеп белә инем. Н. Ошо ауыл егете. Бик сибәр, аҡыллы, оҙон буйлы егет ул. Ҡапҡа төбөнә килеп еткәс, мине ҡосаҡлап: “Тыныс йоҡо! Иртәгә күрешербеҙ!” – тине.

Минең эсемдә күбәләктәр осоп йөрөй ине, үҙемде иң бәхетле кеше итеп тоя инем. Көнө-төнө уны уйлап, башым әйләнде. Кис көнө ҡыҙҙар менән клубҡа килдек. Н. Миңә йылмайып ҡараны ла, эргәмә килеп:

– Әйҙә тышта йөрөп киләйек, – тине.

Беҙ уның менән урам буйлап һөйләшеп, көлөшөп оҙаҡ ҡына йөрөнөк. Йондоҙ атылғанын күҙәтеп, теләк теләнек. Мин уның менән бәхетле!

Беҙҙең танышыуыбыҙҙан бер йыл үтеп тә китте... Хоҙайыма ғүмер юлымда ошондай кешене осратҡанлығыма ҙур рәхмәтлемен. Әрләшеп, бер-беребеҙгә асыуланышҡан ваҡыттарҙа бар. Ләкин беҙ дуҫлығыбыҙҙы һаҡлайбыҙ.

Ҡыҙҙар, һеҙгә лә үҙегеҙҙең бәхетегеҙҙе осратыуығыҙҙы теләйем. Яратығыҙ, яратылығыҙ! Бәхетле булығыҙ! Ауылға каникулдарға ҡайтып йөрөгөҙ!

Азалия.

Мәңгелек сер
Мәңгелек сер
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас