+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
22 Июнь 2024, 11:31

Йәй нисек үтә?

– Күңелле үтә, – ти ҡыҙылъярҙар. Нуриман районы Ҡыҙылъяр урта мәктәбе уҡыусылары мәктәптең көндөҙгө лагерында  ял итә. Лагерҙа күңелле саралар үтеп тора. Тыуған яҡты өйрәнеү сәфәрҙәре бигерәк мауыҡтырғыс  була

Йәй нисек үтә?Йәй нисек үтә?
Йәй нисек үтә?

Ялсылар ауыл тирәләй сығып китә, райондың күренекле төбәктәренә барып сыға.

Бына кисә 5-се отряд балалары Ҡыҙылъяр ауылын йөрөп сыҡҡан. КПМ эргәһендә асылған яңы автозаправкаға барғандар.

– Һы, шул да булдымы сәфәр, бензиндан башҡа ни бар унда? – тиер ҡайһы берәүҙәр.

Ҡыҙыҡһыныусан кешегә бензин дә ҡыҙыҡ. Балалар заправканың нисек эшләгәнен ҡараған, ниңә нәҡ ошо урынға төҙөлгәнен һорашҡан, бензин сорттарын, хаҡтарын белешкән. Хәүефһеҙлек саралары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.

Бәләкәй сәйәхәтселәр ауылдың көньяғындағы ялан-ҡырҙарҙа йөрөгән, бөжәктәр ҡараған. Еләк бешеп килә икән, ҡыҙыл еләктәр ҙә тапҡандар. Балалар араһында таштар йыйып алып ҡайтыусылар булған. Ҡайтҡас, үҙенә күрә күргәҙмә эшләп ҡуйғандар: ҡарағыҙ әле, кемдең ташы матурыраҡ?

10 километрға яҡын юл үткәндәр, берәү ҙә мыжымаған, арыным тип шыңшымаған. Күмәкләп йөрөгәс, күңелле була, юлдар ҡыҫҡара.

Фотоларҙа: 5-се отряд сәфәрҙә (сығанаҡ: МБОУ СОШ села Красная Горка)

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас