Бөрйәндең йәш экологтары Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында Һарғая ауылы эргәһенә район туризм слетына йыйылды.
Беренсе көн балалар экологик тикшеренеүҙәр менән булды. Икенсе көндө көс, таҫыллыҡ талап иткән ярыштарҙа ҡатнаштылар.
Беренсе урынды Иҫке Собханғол урта мәктәбе командаһы яуланы.