Тәүҙә Ләйлә классик шахматта ярыша. Был бәйгелә Азияның иң көслө 42 йәш шахматсыһы көс һынаша. Беҙҙең Ләйлә 4 тапҡыр еңә, әммә иң һуңғы турҙа еңелеп, 4-се урынға ҡала.
Шунан блиц ярыштары үтә. Уларында Ләйлә 5-се урынды ала.
Шулай итеп, ике турнирҙа тәүге бишәү иҫәбенә инә Өфө ҡыҙы. Чемпионат йомғаҡтары буйынса Табермакованың Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы статусы раҫлана.
Сығанаҡ: Башинформ.