+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
23 Июнь 2024, 07:35

Совет магазины менән замана маркеты тоташҡан урында

Үҙәк баҙар эргәһендә йорт фасадына эшләнгән яңы граффитиҙы күрҙегеҙме әле? Алмалы был  һүрәт нимә аңлата? Авторы һүрәткә күп мәғәнә һалған икән.

Совет магазины менән замана маркеты тоташҡан урындаСовет магазины менән замана маркеты тоташҡан урында
Совет магазины менән замана маркеты тоташҡан урында

Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 2-се йорт стенаһындағы граффити менән иң элек социаль селтәрҙәр аша Өфө мэры Ратмир Мәүлиев таныштырҙы.

Граффитиҙы Сергей Acse төшөргән, "Маркет" тип атаған.

Бер ҡатын һынландырылған был цифрлы һүрәт, әйтерһең дә, сайтҡа йөкләнеп бөтмәгән, өлөшләтә эленеп ҡалған. Ҡатын совет осоро магазиндарында ҡулланылған үлсәү артында  тора, ул – һатыусы. Үлсәүҙең уғы 450 грамда туҡтаған – был Өфө юбилейына ишара.

Автор бер һүрәттә Өфөләге мөһим сауҙа нөктәһенең элеккеһе менән хәҙергеһен берләштерергә тырышҡан.  

Һүрәттең яртыһына алмалар һибелгән. Үҙебеҙҙең "Башкирская красавица" сорты емештәре икән. Улар, автор ниәтенә ярашлы, муллыҡты, бәрәкәтте кәүҙәләндерә.

Шулай ҙа авторҙың эшендә тәрән моңһоулыҡ һәм һағыш күренә.

"Үҙәк баҙар – маркетҡа, сауҙа кибеттәре молдарға әйләнде, ә һатыусыларҙы осратмауыбыҙ ҙа бар. Автоматлаштырыу, ҡулайлаштырыу һәм цифрлаштырыу ҡалалағы ҡылыҡ-фиғелебеҙҙе хасил итә...

Аң-зиһенебеҙҙең сиктәре торған һайын нығыраҡ йыуыла, шуға тормошобоҙға ысынлыҡты һәм йәнлене кире ҡайтарыу теләге үҫкәндән-үҫә. Тормошобоҙ технологиялар һәм прогресс баҫымы аҫтында үҙгәреүен дауам итер, моғайын, әммә йәнле аралашыу йылыһының  ҡәҙерен белергә кәрәк", – ти Сергей Acse.

Фотола: "Маркет" граффитиһы (Ратмир Мәүлиевтың ВК-лағы сәхифәһенән).

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас