+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Июнь 2024, 11:49

Киләһе ял байрамға килегеҙ

30 июндә Өфөлә республика  Йәштәр көнө үтә.

Киләһе ял байрамға килегеҙКиләһе ял байрамға килегеҙ
Киләһе ял байрамға килегеҙ

Күңелле программаға  граффити фестивале, баристалар ярышы, психологик көсөргәнештән арыныу, K-pop һәм косплей майҙансыҡтары, етеҙ уйындар,  интерактив конкурстар ингән, приздар була. Хатта БР-ға Идара итеү үҙәге,  iPhone уйнатыла, тип вәғәҙә итә. Төп алып барыусы – Данила Фиш.

Интерактив уйындар зонаһында видеоспиннер, 3х3 баскетболы, футбол һәм хоккей симуляторы менән ваҡыт үткәрергә мөмкин булыр. Шулай уҡ  роллер, самокат, паркур урындары ла һеҙҙе көтөр.

Йәштәр һәм йәш күңелле өлкәндәр өсөн  Inst Rinna, BABEKRISBABE, Lesha Mironov, Sunshine & Vostorg, VITA SAMURAI, ZAINETDIN сығыш яһаясаҡ.
Инеү түләүһеҙ. Байрам урыны итеп Ағиҙел йылғаһы Яр буйы («Ватан» этнопаркы тирәһе) һайланған. 17 сәғәттә башлана.

Сығанаҡ: Башинформ

6+

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас