Конкурста ҡатнашыр өсөн ғаиләгеҙҙәге өлкәндәр менән бергәләп ҡысҡырып китап уҡыу ойоштороғоҙ. Положениела яҙылыуынса, рус телендә уҡырға кәрәк. Берәмләп уҡыйһығыҙмы, алмашлапмы, бөтәгеҙ бергәме – был мәлде матур ғына итеп видеоға төшөрөгөҙ. Оҙайлығы 1 - 3 минут булһын. Шунан видеояҙманы тейешле урынға ебәрегеҙ. Шарттарҙы яҡшыраҡ өйрәнер өсөн конкурстың Положениеһын табып уҡығыҙ. Башинформ сайтында конкурс тураһындағы мәҡәләлә Положение бар.
Конкурс номинациялары икәү:
*Проза
*Шиғриәт
Эштәрҙе 2024 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡабул итәләр.
Һәр номинацияла өсәр ғаилә еңеүсе тип билдәләнәсәк.
Еңеүселәргә дипломдар, китаптар бүләк итеү, мәҙәни программа ҡаралған.
Бүләкләү тамашаһы Мәскәүҙә декабрь айында буласаҡ.
***
"Тотош ғаилә менән уҡыйбыҙ" конкурсы Рәсәй Президенты В. Путин иғлан иткән "Ғаилә йылы" сиктәрендә үткәрелә. Маҡсаты – ғаиләлә бергәләшеп китап уҡыу йолаһын яңыртыу һәм таратыу, ғаиләлә китап уҡыу даирәһен киңәйтеү, балаларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре менән нығыраҡ аралашыуына шарттар тыуҙырыу, ғаиләне нығытыуға һәм балаларҙа рухи-әхләҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Сығанаҡ: Башинформ.
0+